+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
8 Май 2023, 09:00

Еңеү яҙы – май айы

Яҙҙар етһә ҡанатланып,Көтөп алам май айын.Байрам итә уңған халҡым,Яҙ һәм хеҙмәт байрамын.

Еңеү яҙы – май айы
Еңеү яҙы – май айы

Май айы шуға ҡәҙерле,
Илгә еңеү килтергән.
Ҡаһармандар йән аямай,
Яуыҙ дошманды еңгән.

Батырҙарға салют булып,
Аллана тыныс таңдар.
Ҡорбандарҙы иҫкә алып,
Сәскә ата баҡсалар.

Хәтерләтеп һалдат хатын,
Ҡоштар ҡайта өсмөйөш.
Һайрар өсөн тыуған ерҙә,
Булмаһын тиеп һуғыш.

Дан йырлайбыҙ батырҙарға,
Дан! Һеҙгә, ҡаһармандар!
Онотманыҡ, хәтерҙә һеҙ,
Яуҙа ауған һалдаттар!

Көтөп ала бөйөк халҡым,
Еңеү яҙын - май айын!
Баш эйеп иҫкә алырға,
Ҡорбан булған һәр улын.

Раушан Хажиәхмәтов.

Автор:
Читайте нас: