+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
9 Май 2023, 15:00

ШИҒЫРХАНА

Телефонсы ҡыҙ Мин телефонсы бер ҡыҙҙыБигерәк янып яратам,Эс серемде асыр өсөн,Көн һайын шылтыратам.

ШИҒЫРХАНА
ШИҒЫРХАНА


Оҙаҡ-оҙаҡ шылтыратам,
Телефоны буш түгел.
Әллә телефон буш түгел,
Әллә үҙем иш түгел?..

Номерҙарҙы йыя-йыя
Шыбыр тир булып бөтәм,
Трубканы ҡуймайынса,
Яуап көтәм дә көтәм...

Телефоны, телефоны
Ҡасан буш булыр икән,
Беҙҙең ҡайнар йөрәгебеҙ
Бергә ҡушылыр икән?..

Телефоны бушамаһа,
Сыбыҡтары өҙөлһөн,
Әйҙә, ҡыҙҙың да йөрәге,
Минекеләй, теленһен!
1957

Ут

Тамам йөҙәттеләр мине,
Күҙҙе лә асып булмай,
Әллә юрый шаярталар,
Әллә ысынлап шулай:
– Һеҙҙә ут сыҡҡан икән, – тип,
Ҡайғымды бүлештеләр,
Таныш түгелдәр ҙә килеп,
Уфтанып күрештеләр...
Бер ниндәй ут сыҡҡаны юк,
Ҡайҙан алдылар икән?
Әллә йөрәгем ялҡынланып,
Тышҡа сағыла микән?

1944
Баязит Бикбай.

Актив

Ауа-түнә трибунаға үтте...
– Ар-раҡымы?!. Ул... У-у! Зарарлы!..
Беҙгә белдеррәмен... Белдеррәмен...
Ауыл активтары ҡар-рарын!..
Закон һүҙе менән шуны әйтәм:
Ар-раҡыны эсеү... тыйыла!...
Дуҫтар! Бынан ар-ры шайтан һыу-уын
Ҡул-ланмаҫҡа ҡәтғи бойор-рам!..
Шуны әйткәс, тәьҫир көсәй-һен, тип
Алғы һанын алға ташланы:
Костюм салғыйҙары күтә-релде –
Йылтыраны «аҡ баш» баштары...

1959
Рәшит Назаров.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: