+15 °С
Болотло
«Ватсап”тағы чаттар аша
Эшләнә эштәр гелән.
Бөтмәҫ отчеттары килә
«Срочно» фарманы менән.
«Элжур»ға билдәләр ҡуйып
Төндәрен ултырайым.
Иртәгәлеккә дәрескә
План яҙып тултырайым.
«Учи ру»ҙа балаларға
Ебәрәйем эштәрен.
(Һиҙеп торам: атай-әсәй
Түҙә ҡыҫып тештәрен).
Конкурстарҙан, бәйгеләрҙән
Ҡотолоп булмаҫ ҡасып.
Танышайым шарттар менән
Почтамды тиҙерәк асып.
Ҡулдан төшмәй телефондар
Элемтәлә булырға!
Ваҡыт ҡалмай ноутбуктың
«Мышка»һын да ҡуйырға.
Ахрызаман билдәһеме:
Ваҡыт хәҙер тиҙ аға...
Белемле булып үҫерме
Хәҙерге бала-саға?