+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
13 Май 2023, 12:25

ЭЛЕК ҺӘМ ХӘҘЕР

Фәүҡәт ҠОТЛОШИН Затлы лимузиндар, мерседестарБулманы шул беҙ йәш саҡтарҙа.Туйҙар үтте гөрләп, ҡыңғыраулыДуға, кашауайлы аттарҙа.Ресторандар ҡайҙа?..

ЭЛЕК ҺӘМ ХӘҘЕР
ЭЛЕК ҺӘМ ХӘҘЕР
Үтте туйҙар Һалам башлы кескәй өйҙәрҙә.
Хәҙер туйҙа гармун тауыштары,
Ишетелмәй беҙҙең көйҙәр ҙә.
Һөйгән балам туйы, аҡса тиеп
Кемдәр аҡтыҡ малын һуялар.
Туйға аҡса кәрәк, тип егеттәр
Себер тарафына шылалар.
Ғәҙәт китте – туйҙа ата-әсә
Йөҙәр меңде һала бүләккә.
Ҡайҙа беҙгә туйҙа ундай бүләк,
Бер ҡуй ярай әле эләкһә.
Йөҙәр меңдәр нәмә, машиналар,
Фатирын да бүләк итәләр.
Туйҙа төшкән аҡсаларҙы услап
Йәштәр Египетҡа китәләр.
Видеолар төшкә инмәне лә,
Бергә төшкән юҡ бит фотолар.
Туйҙа хәҙер салют булып оса
Ата-әсә тапҡан аҡсалар.
Лимузиндан төшөп, ҡайһы берҙәр
Елкәһендә атай-әсәйҙең.
Тәрбиә етмәгән был йәштәргә
Атай-әсәй түҙә, нишләйһең.
Һандар һөйләй: айырылыу икән
Ҡауышыуҙың теүәл яртыһы.
Йәштәр был тормошҡа әҙер түгел
Эсмәгәнгә нужа һурпаһы.
Үкендермәй туйҙа сығымдар ҙа,
Айырылыуҙан юҡ ғәрләнеү.
Атай-әсәй малы йәлме, улар
Ғәфү итер, булмаҫ әрләнеү.
Айырылыу арҡаһында илдә
Үҫә күпме үкһеҙ етемдәр.
Ҡоштар, хайуандар үҙ балаһын
Ташлап китмәй, итмәй етемдәр.
Бала тапһаң, дәүләт аҡса түләй,
Халыҡ һанын кәрәк арттырыу.
Элек унар бала тапһалар ҙа
Ҡайҙа ти ул аҡса таптырыу.
Аҡса тиеп, эскән ҡатындар ҙа
Иргә бармай бала табалар.
Хаҡ тәрбиә бирә белмәһә лә
Дәүләт аҡсаларын һауалар.
Унар бала бер-береһенең бит
Кейемдәрен кейеп үҫкәндәр.
Ҡатыҡ-икмәк төйөп, иҫке кейеп
Бына тигән кеше иткәндәр.
Өйләнгәндә затлы кейемдәр ҙә,
Булманы шул алтын балдаҡтар.
Тоғро булдыҡ биргән вәғәҙәгә
Еңәлмәне ошаҡ, алдаҡтар.
Мөхәббәткә һәм дә был тормошҡа
Һин булмаһаң яҡшы ҡарашта.
Бәхет булмаҫ туйҙар үткәрһәң дә
Кәрәк биш ҡатлы һин карапта.
Беҙ күргәнде һеҙ ҙә күрегеҙ тип,
Юҡ, йәштәрем, һеҙгә теләгем.
Арағыҙҙа һеҙҙең яҡшылар күп,
Һабаҡ бирә бары йөрәгем.
Ғүмер итеү – түгел ялан үтеү,
Йәштәр, һеҙгә әйтер һүҙебеҙ.
Ғүмер ҡыҫҡа, йәмен ебәрмәгеҙ,
Һөйөү ҡәҙерҙәрен белегеҙ.
Үпкәләмәгеҙ, йәштәр, һәр дәүерҙең
Заманаһы, бәлки, шулайҙыр.
Үткәндәрҙе белмәгәндең бит ул
Киләсәге, тиҙәр, булмайҙыр.


 
Автор:
Читайте нас: