+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
16 Май 2023, 15:00

Тауыҡ күҙ

Рәдиф ТИМЕРШИН ТауыҡБулды “кандидат наук”.Диссертацияһының темаһы:“Сүплектән ем табыу проблемаһы”.Күпме интекте!Күпме тир түкте!

Тауыҡ күҙ
Тауыҡ күҙ
Хатта
Махсус командировка алып,
Күрше ауылдарға барып,
Ундағы сүплектәрҙе лә сыҡты аҡтарып.
Тапмаһа, тағы, тағы аҡтарҙы.
О! Ул ифрат ҙур эш атҡарҙы!
Уныһы дөрөҫ, — һәр кем белә, —
Тауыҡ насар күрә.
Ҡараштары
Әллә ни китмәй ары,
Уның ҡарауы,
Эҙләнә бит, бер туҡтауһыҙ эҙләнә!
Ә был сифат —
Ғалим өсөн иң кәрәк нәмә.
Эҙләй торғас бер нисә йыл,
Табылды ем!
Ә кем
Ул емде ҡараған тотоп?
Баҡһаң,
Ғилми дәрәжә алғас,
Тауыҡ уны үҙе ҡуйған йотоп.
Ем эҙләмәй хәҙер сүплектән.
Ул этап үтте, ти, күптән.
Билдәле инде, коллегалар
Айырмайҙар тамаҡ.
Алда — ем тулы ҙур дөйөм табаҡ.

* * *
Фәндең юғарыраҡ кетәгенә
Ҡунаҡлағандыр, тим,
Бәғзе бер тауыҡ күҙле заттар.
Юҡһа, нисек пәйҙә булыр ине
Хәсрәт кандидаттар?!
 
Автор:
Читайте нас: