-3 °С
Облачно
Шиғырҙар
20 Мая 2023, 05:00

Күңелдәрҙә булһын гел изгелек!

Яңы көндө ҡаршылаған мәлдә Уйлаған уй булһын гел яҡты , Күңелдәрҙә булһын гел изгелек, Шул сағында уҙыр көн яҡшы .

Добавить в предпочтительные источники Google
Күңелдәрҙә булһын гел изгелек!Күңелдәрҙә булһын гел изгелек!
Күңелдәрҙә булһын гел изгелек!

Көнләшеү һәм нәфрәт, уҫал уйҙар

Ҡараңғылай бары хистәрҙе .

Тыныс үтһә көндәр, үҙе рәхәт

Ҡаршылауы матур кистәрҙе.

Офоҡтарҙан ҡояш алһыуланып,

Күтәрелһен көн дә таңдарҙа ,

Алтын нурҙарының йылылығы ,

Яҡты хистәр керһен йәндәргә .

Һәр кем өсөн балҡый ҡояшыбыҙ ,

Өләшә ул нурлы наҙҙарын.

Аҡ бәхеттәр биҙәһендәр гел дә

Ғүмер сәскәһенең таждарын.


Гөлфиә ҒИЗЗӘТОВА.

Фото: ВК

Автор:
Читайте нас