+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
22 Май 2023, 17:00

Яратҡандар

Яратҡандар яратыуға мохтаж,Яратҡандар мохтаж яҡлауға,Яратҡанды рәнйетеүе еңел,Яратҡанды кәрәк һаҡларға.

Яратҡандар
Яратҡандар

Күпме кеше тирә-яғыбыҙҙа-
Яратҡандар ғына һанаулы,
Былай ҙа бит инде күңелебеҙ
Бөтөн түгел - йыртыҡ-ямаулы…

Был донъяла беҙҙе яратҡандар
Бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Ҡалдырмайыҡ инде хәтерҙәрҙе,
Ҡалманы бит инде ямарлыҡ.

Яратҡандар ғына яралана,
Яратмаған өсөн яра юҡ,
Шуныһы йәл: беҙҙе яратҡанды
Үҙебеҙҙән һаҡлар сара юҡ…


Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Фото: fikiwiki.com

Автор:
Читайте нас: