+15 °С
Болотло
Киңлектәре ерҙең иҫ китерлек,
Һауалары һулап туйғыһыҙ.
Алда күпме ғүмер булғанда ла,
Һүнмәҫтер ул йәшәү тойғоһо!
Сылтыр-сылтыр шишмә йыр башланы,
Ағастарҙа бөрө тулышҡан.
Донъя ҡапыл шаңдап китер һымаҡ
“Әс-сәй!” тигән тәүге тауышҡа.
Был донъяла бөтәһе лә матур,
Ҡабатланмаҫ иртә, кистәре;
Кешеләрҙе ҡалай матур итә
Матурлыҡты тойоу хистәре.
Был донъяның бар йәмдәрен тойоп
Йәшәй белеү – үҙе матурлыҡ;
Китеп барһаң теге донъяларға,
Әмәлдәр юҡ кире ҡайтырлыҡ...
Йәшәй белеү – шиңмәҫ матурлыҡ!