+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
26 Май 2023, 10:00

Фатиха

Һиңә әйтер һүҙҙәрем бар,Тыңла, балам.Хилаф булмаҫ, һүҙҙәремәҠолаҡ һалһаң.

Фатиха
Фатиха

Ғүмер юлы таҡыр түгел,
Шуны уйла:
Аҡыл тигән аҡбуҙыңды
Ташлап ҡуйма.

Нурҙарыңды һис ҡыҙғанма,
Тигеҙ өләш.
Баҡ ҡояшҡа. Ул — йәлләмәй,
Шуға көләс.

Ҡурҡыу ҙа бар был донъяла,
Ҡурҡһаң әгәр,
Дуҫ артына боҫа күрмә
Иллә мәгәр.

Баш осоңда уйнап торор
Ут-йәшен дә,
Тик бейек тип, ҙур ағасҡа
Һин йәшенмә.

Онотолоп, төпһөҙ күккә
Күпкә баҡма.
Самаңды бел, ерҙә — ергә
Ҡарап атла.

Саф булам тип, ситкә ҡаҡма
Ғәйепте лә.
Тик ап-аҡҡа төрөлә бит
Мәйет кенә.

Аҡылы бар бысраҡтан,
Юҡ, оялмай.
Бысраҡты таҙартҡанда
Кем буялмай?!

Ризығыңды тигеҙ итеп
Бүлә лә бел.
Туйған саҡта кем дә бүлә,
Ас саҡта бүл.

Юлға сығаң... Тик онотма
Ошо таңды.
Бирәм һиңә, балам, изге
Фатихамды.

Салауат ӘБҮЗӘР.

Автор:
Читайте нас: