+22 °С
Облачно
Шиғырҙар
30 Мая 2023, 07:00

Төшөнә алмайым...

Әллә ниндәй заман бит был: Көн тыуҙымы – үлтереш. Аслыҡ мәле тейер инең – Насар түгел көнкүреш.

Төшөнә алмайым...Төшөнә алмайым...
Төшөнә алмайым...

Донъяһының рәте китте,

Көн тыуҙымы – гел талаш.

Ябайҙарға бер хөрмәт юҡ,

Ҡайҙан килгән был ҡараш?

Һуңғы сәғәттәрен көтөп,

Урында ятһалар ҙа,

"Етте!" тип әйтә алмаҫтар,

Алтынға батһалар ҙа.

Шулай булмай нисек булһын

Байҙарҙыҡы – замана.

Байлыҡ бөгөн йәнгә хужа,

Байлыҡ бөгөн – тамада.

Намыҫ, выждан һәм мәрхәмәт –

Ҡалды бары тик һүҙлектә.

Эҙләһәң тә таба алмаҫһың,

Оҙаҡ йөрөп өҙлөкмә.

Табаһы ине сиселешен,

Бөтә алмайым һис төшөнөп.

Борсой әммә гел бер һорау:

“Ҡайҙа бара кешелек?”

Рифҡәт ИМАЕВ.

“КУ” 12, 2019.

Фото: pixabay

 

Автор:
Читайте нас