

Биш минутҡа тип ултырһам,
Сәғәт үтә лә китә.
Көткән донъям онотола,
Эштәреи ҡалып бөтә.
Көтмәй, ҡарғанан алдырҙым
Бәпкәләрен ҡаҙымдың
Каникулға килтертмәнем
Улдарын ул – ҡыҙымдың
Күмер булып икмәк көйә,
Кисә һөттө ташырҙым
Һыуы бөткәнсе ҡайнаған
Иртән ҡуйған ашымдың.
Эшем күп, тип ҡайта һалам,
Урам буйына сыҡһам.
Йәшелсәне ҡартым ҡарай,
Ташландыҡ сәскә баҡсам.
Ҡыҙыҡтырғыс, мауыҡтырғыс
Интернеттың сайттары.
Бабай янай:
– Әсәңә, – ти, – ебәрәм, – ти
Ҡайтарып!
Әле бына килеп сыҡһам
Компьютерлы бүлмәнән,
Көлә – көлә сәй эсәләр
Минең әхирәт менән.
– Кем кәрәк? – тиҙәр, етмәһә...
Һәленде минең морон.
Айырылам интернеттан
Ҡартым айырмаҫ борон!
Таңһылыу ВӘЛИЕВА.