+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
3 Июнь 2023, 15:00

ХӘТИРӘ

Иҫәр йәшлегемдең хәтирәһенОшоғаса хәтер һаҡланы:– Аҙым һайын һинең егеттәр! – тип,Әхирәтем мине ташланы.

ХӘТИРӘ
ХӘТИРӘ

Иҫәр гүзәл йәшлек! Эйе, ул саҡ
Мине оҡшатыусы күп ине,
Ә мин ғашиҡ инем бар донъяға –
Баш осомда зәңгәр күк ине,

Зәңгәр күктә наҙлы ҡояш ине,
Йәшел хәтфә ине баҫҡаным,
Йондоҙ менән серҙәр уртаҡлашып,
Көтә инем ал таң атҡанын.

Мин – донъяға ғашиҡ бер хыялый,
Миңә ғашиҡтар ҙа бар ине,
Ләкин мине хыял алға әйҙәй,
Урап алған мөхит тар ине.

Һәм мин остом! Елдем елдәр менән,
Хыял етәгендә атланым,
Көттөм, күҙләп-байҡап башҡаларҙы,
Үҙ кешемдең эҙләп тапҡанын.

Шөкөр, тапты! Улдар, ҡыҙҙар таптым,
Ҡанат ҡуйҙы һөйөү иңдәргә...
Берҙән-берем! Сағыштырыр өсөн
Кеше лә юҡ һиңә тиңләргә!

Икәүләшеп бергә эҙләп таптыҡ
Матур тормош ҡороу әмәлен...
...Аҙым һайын ине егеттәрем –
Шөкөр, берәү генә хәләлем!

... Нисә ирҙә булған “әхирәт”ем?
Һаман һайлай икән “үҙ тиңен”...
...Дуҫтарым күп, әммә сер сисерлек
Әхирәтем бүтән юҡ минең.

Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Автор:
Читайте нас: