+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
4 Июнь 2023, 14:00

Хәҙер ҡаҙҙар күкәй баҫмай

Ҡаҙҙар хәҙер күкәй баҫмай,Инкубатор заманы.Тик һаман да ҡыуып суҡыйҠаҙ тигәндең яманы.

Хәҙер ҡаҙҙар күкәй баҫмай
Хәҙер ҡаҙҙар күкәй баҫмай

Хәҙер ҡаҙҙар бәпкә көтмәй,
Көтөп нервылары бөтмәй,
Йөрәктәрен “балаларым”
Тигән утлы уй ҙа өтмәй.

Хәҙер ҡаҙҙар осам, тимәй,
Төйлөгәндән боҫам, тимәй...
Инкубатор ҡаҙ ботонан
Береһе лә ҡоҫам, тимәй.
***

Яҙғы ташҡын, ашҡын-ашҡын,
Ағыҙғанһың күперҙе.
Күперһеҙ ҡалған ауылдың
Башы инде күп күрҙе.

Силсәүит аҡса дауланы:
– Күпер аҡҡан тағы ла!
Ауылдаштарҙың хәсрәте
Түрәгә бит ҡағыла.

Смета төҙөй, уныһында
Күпер тора миллион.
Шәләй-вәләй түгел инде,
Бында инде мул уйын.

Яҙма яҙып, яҙма көтөп
Яҙҙың көндәре уҙа.
Сәит бабай йылдағыса
Ситәндән күпер һуҙа.
***

Айыҡ ауыл исеменә
Тап төшөрәң, етәр, тип,
Исрафилды күсергәндәр
Ҙур ҡалаға еппәртеп.

Ҡыйыш өйөн туҙҙырғандар,
Кәртәләрен боҙҙорғандар,
Хатта ошо мәсьәләгә
Бер йыйылыш уҙҙырғандар.

Фатир йүнләп индергәндәр,
Шул тормошҡа күндергәндәр.
Ауылдағы аслы-туҡлы
Йәшәйештән дүндергәндәр.

Хәҙер Исраф – ҡала ире,
Һыра ғына һурып ята.
Айыҡ ауыл конкур(ы)сын
Тилвизырҙан ҡарап ята.
***

Яҙғы ҡояш асты ҡарҙан
Аҡландарҙы-яланды.
Тик яландар Яҙһылыуҙан,
Кире яп, тип ялынды.

Туғай тулып осоп йөрөй
Ҡыштыр-ҡыштыр пакеттар.
Ҡағыҙҙарҙың һәр төрлөһөн
Ҡарарға ла ваҡыт бар.

Ваҡыт бар ҙа, тик теләк юҡ
Ҡыйҙы йыйып алырға.
Мин килгәнмен умырзая
Тажын күреп ҡалырға

Гөлшат ЗАМАНОВА.

Автор:
Читайте нас: