+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
5 Июнь 2023, 12:00

ХӘЛДӘР НИСЕК ТИП ҺОРАЙҘАР...

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА Хәлдәр нисек, тип һорайҙар,Хәлдәр ул гөлдәр кеүек.Гөлдәр баҡсала, туғайҙаҮҫәләр балҡып, көлөп.

ХӘЛДӘР НИСЕК ТИП ҺОРАЙҘАР...
ХӘЛДӘР НИСЕК ТИП ҺОРАЙҘАР...
Йәйге селләлә таждарын
Ҡояш өтөп барһа ла,
Улар, тирә-яҡты йәмләп,
Йылмаялар барыһына.

Көҙгө һалҡын елдәр иҫеп,
Йәндәрен өшөткәндә,
Ҡарлы ямғырҙар аҫтында
Ҡалтырап күшеккәндә,

Барыбер нур сәсә гөлдәр,
Һиҙҙермәй бирешкәнен.
Күктәр белмәйҙәр бит уның
Үҙенә көс биреп торған
Ер менән йәрәшкәнен.

Хәлдәр нисек, тип һорайҙар,
Хәлдәр ул гөлдәр кеүек.
Ерҙәге һәр миҙгелендә
Гөлдәр бит йәшәй көлөп.

...Гөлдәр хәлен кем белә?
Белә үҙҙәре генә...

Фото: pro-dachnikov.com
 
Автор:
Читайте нас: