-3 °С
Облачно
Шиғырҙар
7 Июня 2023, 13:00

ТУҠЫЛЫУ

Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА Буйлыҡтан, арҡаулыҡтан –Киндерҙән, йөн, ебәктәнТуҡыла туҡымалар,Түгел бер ҙә сүбәктән.

Добавить в предпочтительные источники Google
ТУҠЫЛЫУТУҠЫЛЫУ
ТУҠЫЛЫУ

Ә беҙгә һуң, кешегә
Нимәнән туҡылаһы?
Аҡыл менән туҡыла
Яҙмыштың туҡымаһы!
Туҡылған-һуғылғанда
Хис янына уй кәрәк.
Буйға кәрәк арҡыры,
Арҡырыға буй кәрәк.
Еп аша еп үткәреп
Ярала биҙәгебеҙ.
Аҫыллыҡҡа өлгәшә
Зиһенле йөрәгебеҙ.

Автор:
Читайте нас