+11 °С
Ясно
Шиғырҙар
13 Июня 2023, 11:00

ЯҘМЫШЫМ ҺИН - ӨФӨ!

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА Өфө буйлап атлап киләм,Таныш миңә һәр урам.Бөтә кеше туған кеүек,Һаулыҡ һорашып уҙам.

Добавить в предпочтительные источники Google
ЯҘМЫШЫМ ҺИН - ӨФӨ!ЯҘМЫШЫМ ҺИН - ӨФӨ!
ЯҘМЫШЫМ ҺИН - ӨФӨ!

Ғүмер ебен һиндә һүтәм,
Күңелгә яҡын ҡалам.
Таңдарыңды, кистәреңде
Моңло йырҙарға һалам.

Урам буйлап атлап киләм,
Иңгә йондоҙҙар яуа.
Бәхеттән ҡанатланғанда
Бейек тә түгел һауа.

Йәшлек эҙҙәрем һаҡлаған
Урамдар буйлап үтәм.
Йәш, һылыу ҡыҙҙарға ҡарап,
Гүйә, йәшәреп китәм.

Ағас өйҙәрең янынан
Эттәр өрә ауылса.
Ауылдарҙан килеп, һиндә
Йәштәр һәләтен аса.

Егеттәре ҡыйыу, етеҙ,
Урал батыр тоҡомло.
Ҡыҙҙар - Һомай нәҫелдәре,
Сибәрлектә юҡ тиңе.

Шул йәштәргә ҡараниһәм,
Йәшәреп китәм кеүек.
Баш ҡалам да янып йәшәй
Йәштәрсә балҡып, көлөп.

Күңелең киң, барыһын да
Ҡосағыңа алаһың.
Донъялағы иң матур бер
Ҡала булып ҡалаһың.

Өфөләргә тип килдем дә
Ғүмерлеккә бәйләндем.
Һиндә тыуып үҫмәһәм дә,
Яҙмышыма әйләндең.

Фото: http://kiskeufa.ru/

 

Автор:
Читайте нас