+12 °С
Облачно
Шиғырҙар
15 Июня 2023, 13:30

Ауыл урамынан уҙғанда...

Марис НӘЗИРОВ Ауыл урамынан уҙғанда лаТыныс түгел хәҙер, ҡурҡыта.Ғүмер ишек бикләмәгән халыҡЙорт аралаш уҫал эт тота.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ауыл урамынан уҙғанда...Ауыл урамынан уҙғанда...
Ауыл урамынан уҙғанда...

Ҡурҡҡанға ғына ҡуш күренмәй,
Көсөгө лә бурһыҡ ҙурлығы.
Йән ереңә ырғып теш батырһа,
Зәғифләнһәң – әҙәм хурлығы!

Ауыртыуға әллә сыҙарһың да...
Һығылырһың уйҙар ауырға:
Яңғыҙ әбекәйҙәр магазинға
Сәй алырға ҡурҡа барырға.

Аттан бейек таш ҡоймалар буйлап
Бабайҙарға ҡыйын атлауы...
Шулар өсөнмө ни окоптарҙа
Башты иҙҙе туптар шартлауы?!

Уйлап баҡһаң, бер ҙә ҡурҡаһы юҡ
Ажғырыптар эттәр өргәндән.
Ғәмәлдә бит улар шәфҡәтлерәк,
Аҡыллыраҡ аҙғын ирҙәрҙән.

Иҫәр ҡатындар ҙа, бер туҙынһа,
Ҡоторған эт кеүек яуыздар.
Йәбешәләр кеше өлөшөнә,
Тартып алған кеүек ауыҙҙан.

Ихатанан һыуға сыҡҡанда ла
Тура килә таяҡ алырға.
Ауыртҡаны тәндең йығалмаһа,
Һығылаһың уйҙар ауырға.

Ғүмер ишек бикләмәгән ауыл
Йорт аралаш хәҙер эт тота.
Этте тыйып була.
Иман юйған
Эт бәндәләр нығыраҡ ҡурҡыта.

Марис Нәзиров.

Автор:
Читайте нас