

Өндәшмәйһең, бер ҙә ашыҡмайһың,
Серҙәреңде түгеп, сәсергә.
Эҫе һағындырҙы.Тура килһен
Ҡалын кейемдәрҙе сисергә.
Июнгә лә рәхмәтебеҙ сикһеҙ,
Ҡорғаҡһыған ерҙәр йәшәрҙе;
Ямғыр менән ҡуша беҙ иланыҡ,
Ҡыуаныстан түгеп, йәштәрҙе.
Еркәйебеҙ - йәйҙең хөкөмөндә,
Билбыуарҙан үҫте үләндәр.
Ҡайҙа ғына баҡма: йәшеллектәр,
Ҡайҙа ғына баҫма: келәмдәр.
Һәйбәт булды.Шөкөр итә - итә
Оҙаттыҡ та һалҡын июнде,
Июль тыуҙы. Эҫе йәй көтәбеҙ,
Сисеп ырғытырлыҡ кейемде.
Флүрә Маликова.
Фото: www.vrorgo.ru