-4 °С
Ясно
Шиғырҙар
4 Июля 2023, 12:00

Ярат мине

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА Ҡалҡҡан ғына ҡояшымды ойотма, Яратам, тип ҡабатларға онотма. Яратам, тип өндәш миңә гел генә, Шул һөйләмдән күңелкәйем гөл генә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ярат минеЯрат мине
Ярат мине

Йәлләмә һин, матур һүҙҙәр йәлләмә,

Хасил булыр күҙ алдыңда гөлләмә.

Мин булырмын "аһ" итерлек хозурлыҡ,

Ҡанатлы ҡош Һомайҙы ла уҙырлыҡ.
 

Яратам, тип әйт әле, әйт тағы ла,

Шул һүҙҙәрең йөрәгемә яғыла.

Шул тауыштан моңһоулығым юғала,

Ярат, тиеп, яраттырам шуға ла.

 

Яратам, тип ҡабатлаһаң, осонам,

Һүҙҙәреңдең сыҡмаһамсы осона

Һис ҡасан. 

Фото: otkrit-ka.ru

Автор:
Читайте нас