+15 °С
Облачно
Шиғырҙар
13 Июля 2023, 04:00

Яңы көнөм

Яңы көнөм – яңы битеТормошомдоң.Башланғысы яңы бәхет,Уңышымдың!

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы көнөмЯңы көнөм
Яңы көнөм

Китабымдың биттәре күп,
Төрлөһө бар.
Тик шуныһы, ҡайһы биттәр
Тулы моң-зар.
Ҡайһы битен уҡығанда
Ҡыуанамым.
Бушҡа үтмәй йылдар, тиеп
Йыуанамын.
Йыртып булмай, оҡшамай тип
Бер битен дә.
Матур бер бит өҫтәр кәрәк,
Тим бөгөн дә...

Сәкинә ТОТМАНОВА.

Фото: bangkokbook.ru

Автор:
Читайте нас