+17 °С
Облачно
Шиғырҙар
21 Июля 2023, 04:00

Бөгөн - йома!

Ислам динендә аҙнаның иң ҡәҙерле көнө тип иҫәпләнә ул.Изге һүҙҙәр«Бисмилла» тиеп башлайымЯңы тыуған иртәмде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөгөн - йома!Бөгөн - йома!
Бөгөн - йома!

Шулай тип әйтһәң, үтәлә
Уйлаған уй-теләктәр.
«Әлхәмдүлилләһ», – тип көн дә,
Ышанып яҡшылыҡҡа,
Изгелектәр генә ҡылып,
Барам тик яҡтылыҡҡа.
«Иншаллаһ», – тип өндәшһәм дә,
Була миңә тик яҡшы.
Шунан инде ҡара көстәр
Тора алмай һис ҡаршы.
«Аллаға шөкөр», – тиеп тә
Әйтә белергә кәрәк.
Шөкөр итә белеү ҙә бит
Тормош юлыңа терәк.
Изге һүҙҙәр һөйләп кенә
Мин атлайым гел алға.
Шөкөр, иҫән-һаубыҙ әле,
Рәхмәт инде Раббыма.

Заһит ҒҮМӘРОВ.

Автор:
Читайте нас