+15 °С
Облачно
Шиғырҙар
23 Июля 2023, 09:00

ШИҒЫРХАНА

Фәнис СИРБАЕВ ижады. ҺЕҘ ҘӘ Урынына ултырмаған подшипниктай,Йәшәй– йәшәй тормош минеңҠапыл туҡтай. Ҡапыл туҡтап, көтмәгәндә,Ҡапыл туҡмай.  

Добавить в предпочтительные источники Google
ШИҒЫРХАНАШИҒЫРХАНА
ШИҒЫРХАНА

Төрлө кире-мире хәлдәр,
Ҡаты уҡтай,
Ҡаҙалалар йөрәгемә,
Биткә һуҡмай.

Урынынымдан төшөп ҡалған
Мин – бер шөрөп,
Кәрәгем дә булмағандыр,
Күпме йөрөп,
Алманылар, һалманылар
Өрөп, төрөп.

...Ни хәл итәң, тормош бара
Шөрөпһөҙ ҙә.
Мин дә әллә кем түгелмен,
Эйе, һеҙ ҙә.

АЛАША

ОРВИ-нан сыҡҡайным да,
Ҡаршыланы мине грипп.
Ятам хәҙер, әйтерһең дә,
Кәштәләге сухой гриб.

Цетомолын тапҡайным да,
Ҡайҙа булған Параһы.
Арпефлюҙар, Арбидолға
Кеҫә яғы тар, эһе!

ОРВИ-нан сыҡҡайным да,
Көтөп торған мине грипп!
Әйтке килә: Ах! ты! Һине!
Ҡаҡшаттың бит, ах! Кудрит!

Цетомолын услап эсәм,
Көн дә мунса параһы.
Минең дә бит йомоштар күп,
Унда-бында бараһы.

ОРВИ-нан сыҡҡайным бит...
Әле шундай полоса.
Ҡалайтаһың, тормош шулай,
Ә мин – ҡарт бер алаша.
ЙӨРӨҺӨНДӘР

Шундайҙар бар арабыҙҙа:
Тыуған ерем, илем, тиеп,
Ҡамсат бүрек, елән кейеп,
Алдап ҡына янып, көйөп
Йөрөгәндәр.

Шундайҙар бар арабыҙҙа:
Барыһына бер үк ярап,
Кәрәк телдә генә һайрап,
Йомшаҡ урын, шөһрәт юллап
Йөрөгәндәр.

Шундайҙар бар арабыҙҙа:
Аҡты аҡ, тип,
Хаҡты хаҡ, тип,
Ваҡты ваҡ, тип,
Ятты ят, тип,
Халҡым, тиеп,
Тыуған яҡ, тип
Йөрөгәндәр.

Шундайҙар бар арабыҙҙа:
Киткәс кенә, Ҡолдәүләттәй,
Буранбайҙай һәм Түләктәй,
Ғариповтай һәм бүтәндәй,
Терелгәндәр.

Төрлөләр бар арабыҙҙа:
Шуның менән халыҡ бөтөн,
Сыҡмаҫ борон берәй төтөн
Был шиғырға нөктә!
Бөтһөн.
Йөрөһөндәр.

СЫҒАР!

Мин элекке Федот түгел,
Үҙгәрҙем мин, үҙгәрҙем!
Үҙгәргәнсе күпме тапҡыр
Алһыуландым, күгәрҙем.

Күгәрҙем шул, беләбеҙ бит
Тормош тигән боксёрҙы.
Уңлы-һуллы хуктар менән
Улай-былай осорҙо.

Үҙгәрҙем шул... Күпме тапҡыр
Алһыуландым ояттан.
Эй, һин, боксёр! Яй ҡыландың,
Алданыраҡ уятһаң!

Күптән "Не тот Федот" һымаҡ,
Мин дә, ҙур күркә булып,
Ҡупырайып йәшәр инем
Бөтә донъяға тулып.

Үҙгәрҙем шул, эйе, эйе,
Тик, һаҡал ғына ҡара.
"Ҡара һаҡал арттан ҡалмай",
Ҡырһаң ҡыр йәки тара.

Мин элекке Федот түгел,
Мин яңы Федот! Шула-ай...
Тик, яңы Федот эсендә,
“Сығарр!” тип, Фәнис тулай.


МИН... ТҮГЕЛ

Мин Фәнис Сирбаев түгел,
Ҡағыҙым ғына шулай.
Шулай йәшәүҙәре хәҙер,
Барыһына ла ҡулай.

Печенье тип алғайным да,
Эшлёпка булған, буғай.
Аяҡ кейеме тигәнем,
Бахиллы булған, шулай.

Халыҡ йырсылары хәҙер,
Тик таҡмаҡ һуҙа икән.
Көслөрәген һорағайным,
Эсендә буҙа икән.

Шағирмын тип яр һалғандың,
Китаптары бар, эйе.
Бер шиғыры юҡ үҙенең,
Китап бары бар, эйе.

Мин Фәнис Сирбаев түгел,
Бары эшлёпка ғына.
Шиғырым да арлы-бирле,
Уҡып ҡараның бына.

 

 

Автор:
Читайте нас