+3 °С
Облачно
Шиғырҙар
24 Июля 2023, 10:00

Тормош

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА Тормошомдоң төрлө мәле булды,Шатлыҡтарҙан шашып йырланым.Бала саҡта, көсөм етмәгәндә,Ғәрлегемдән ятып иланым.

Добавить в предпочтительные источники Google
ТормошТормош
Тормош

Төрлө мәлдәр булды: ҡайһы ваҡыт
Ғәйепһеҙгә биттән алдылар.
Шик-шөбһәләр, икеләнеү еңһә,
Арҡам ҡағып, маҡтап ҡалдылар.

Ишкәкһеҙ бер кәмә итте ҡай саҡ
Ҡоторонған ярһыу диңгеҙҙә.
Тилертте лә, тилмертте лә мине
Һағыш биреп тәүге һөйөүҙә.

Бизмәнеңдең ҡайғы тигән яғы
Ауыр тартты һымаҡ гел генә.
Эй тормошом, йәшәү ҡыйын тиеп,
Уфтаныуым түгел был һиңә.

Яндыр, әйҙә, көйҙөр ялҡыныңда,
Ҡорос та бит утта сыныға —
Тормош һандалында сүкелә-сүкелә
Ерҙә баҫып торам нығыраҡ.

Фото: pokayadoma.ru

Автор:
Читайте нас