+17 °С
Облачно
Шиғырҙар
27 Июля 2023, 09:00

БЕҘ ӘЛЕ ӘБЕЙ ТҮГЕЛ

Пенсия йəшен көттөк беҙ,Айҙар, йылдарҙы һанап.Ә хәҙер ултырып булмай,Дүрт стенаға ҡарап.

Добавить в предпочтительные источники Google
БЕҘ ӘЛЕ ӘБЕЙ ТҮГЕЛБЕҘ ӘЛЕ ӘБЕЙ ТҮГЕЛ
БЕҘ ӘЛЕ ӘБЕЙ ТҮГЕЛ

Әбей ҙә, ҡарсыҡ та түгел,
Пенсионерҙар беҙ, тибеҙ.
Ә үҙебеҙ, уңайлы тип,
Һаман салбар кейәбеҙ.

Пенсияны эй көтәбеҙ,
Ай һайын да ҡыуанып.
Ә ул, килеп еткәнсе үк,
Әҙер тора бүленеп.

Туғаным Ҡөръән уҡыта,
Ейəндең тыуған көнө.
Бөтөп тора шəкәр-тоҙо,
Икмәк һалырға оно...

Рәхәтләнеп беҙ йəшəйбеҙ,
Пенсия аҡсаһына.
Матур сəскəләр ултыртып,
Йəшелсә баҡсаһына.

Яулыҡты ла дүртмөйөшлəп,
Бәйләмəйбеҙ бит һаман.
Сал төшкән сəсебеҙгә,
Ҡалпаҡтары бик таман.

Замандан артта ҡалмайбыҙ:
Кейәбеҙ бейек үксә.
Сер бирмәҫкә тырышып,
Баҫабыҙ көскә-көскә.

Беребеҙ машина йөрөтә,
Икенсебеҙ великта.
Әйтегеҙсе, бындай хәлдәр
Булды микән элек тә?

Олоғайҙым тип, берүк
Моңайып ултырмағыҙ.
Пенсиялар килеп торһон,
Һеҙ генә ҡартаймағыҙ!

Сания ҒӘРИФУЛЛИНА.

Фото: serg-crb.ru

Автор:
Читайте нас