-4 °С
Облачно
Шиғырҙар
28 Июля 2023, 06:00

Шиғырхана

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНАның ижады. Кеше һүҙе Кеше һүҙе – иҫкән ел ул,Иҫә лә үтеп китә.Кеше һүҙе үткәс, һинеҮҙеңсә донъяң көтә.  

Добавить в предпочтительные источники Google
ШиғырханаШиғырхана
Шиғырхана

Кеше һүҙе – ағын һыу ул,
Аға ла үтеп китә.
Кеше һүҙе үткәс, һине
Тоғро ярҙарың көтә.

Кеше һүҙе яҙмыш түгел,
Елдә осҡан сүп кенә.
Кеше һүҙе табыш түгел,
Һыу һеңдергән сүл генә.

Елдәр иҫә, һыуҙар аға –
Үтә лә китә ғүмер.
Кеше һүҙенең уты юҡ –
Усаҡта һүнгән күмер.

Ҡайҙа?!.

Бәйгеләрҙә ярһып сапҡан аттар
Йөрәктәре ярылып йығылды.
Улар урынына артта килгән
Алашалар килеп йыйылды.

Ҡайҙа һеҙ, Мостай ағай?!

Халҡым, телем, ерем тиеп янған
Милләтемдең аҫыл улдарын
Үҙ теленән яҙҙырмаҡсы булып,
Быуҙылар бит барыр юлдарын.

Ҡайҙа һеҙ, Рәми ағай?!.

Үҙ илендә илен һағынып йәшәй
Аҫаба ла башҡорт балаһы.
Килмешәктәр баҫып алған ерҙә
Ниңә өнһөҙ ырыу ағаһы?

Ҡайҙа һеҙ, Рауил ағай?!.


Үҙ телен белмәгән бала

Үҙ телен белмәгән бала
Зәғиф, ярлы күңелле.
Ата-әсәһен сит-яттарға
Һатҡан була түгелме?

Үҙ телен белмәгән бала
Моңһоҙ, рухһыҙ күңелле.
Үҙ милләтен сит-яттарға
Һатҡан була түгелме?

Үҙ телен белмәгән бала
Мәңге етем күңелле.
Тыуған илен сит-яттарға
Һатҡан була түгелме?


Үҙемә һорау, яуап

– Был донъяла иң ҡәҙерле нимә
тиһең?
– Тыуған илем, тыуған ерем, туған
телем.

– Нимәләрһеҙ тормош юҡтыр
был донъяла?
– Ерһеҙ, утһыҙ, һыу, һауаһыҙ
йәшәп ҡара.
– Ниҙәр юлдаш һинең ғүмер
юлдарыңда?
– Хеҙмәт, намыҫ, хаҡлыҡ минең
ҡулдарымда.

– Яҙмышыңда рәхмәтлеһең һин
кемдәргә?
– Ата-әсәм, ғәзиз балам, һөйгән
йәргә.

– Йәшәйештең асылдары
нимәләрҙә?
– Был донъяла кеше булып
йәшәүҙәрҙә.


Күңел ҡушҡанса

Ленин тиеп, партия тип
Яҙманым бер юл.
Күңелемдә ниҙәр ҡайнай –
Яҙғандарым шул.

Ә күңелдә – халҡым өсөн
Борсолоуҙарым.
Туған телем йәшәһен, тип
Ҡурсалауҙарым.

Аҫыл шәхестәребеҙҙе
Танытыу илгә.
Йәш таланттарҙы үҫтереү
Булды бит иңдә.

Милләт өсөн тип эшләнә
Бөтә ғәмәлдәр.
Үҙ бурысын ғәҙел үтәй
Беҙҙең ҡәләмдәр.

Белмәйем мин был тормошта
Юлды башҡаса.
Шулай йәшәйем бөгөн дә
Күңел ҡушҡанса.

Бөтәһе лә үтә, тиҙәр...

Бөтәһе лә үтә, тиҙәр,
Үтмәй, йөрәктә ҡала.
Мәңге онотолмаҫлыҡ итеп
Асыҡ яраһын һала.

Бөтәһе лә үтә, тиҙәр...
Үтмәй, хәтерҙә ҡала.
Ғүмер буйына әрнетер
Һыҙланыу булып яна.

Бөтәһе лә үтә, тиҙәр,
Үтмәй, үҙеңдә ҡала.
Үҙең менән бергә китер
Йән менән онотола.

Өсәү инек

Өсәү инек.
Икәү ҡалдыҡ.
Ауҙы бер тағаныбыҙ.
Терәүле саҡтарыбыҙҙы
Хәҙер ныҡ һағынабыҙ.

Өсәү инек.
Көслө инек.
Бер йыр ине ғүмерҙәр.
Яҙмыштарға яҙылғандыр
Мәңгелек тупһаларынан
Мәле еткәс инеүҙәр.

Өсәү инек.
Икәү ҡалдыҡ.
Икәү ҙә әле терәк.
Икәүле саҡтарҙы аяп,
Оҙағыраҡ тип йөрәк.


Ете Зөһрә

Ҡурай таждарылай етәү улар –
Ете Зөһрә – дуҫтар, таныштар.
Етеһенә ете серем һыя,
Ҡайһы саҡта – әрнеү, һағыштар.

Йондоҙ исемендә булғанғамы,
Яҙмыштары сағыу йондоҙҙай,
Йөҙҙәренә һырҙар яғылһа ла,
Күңелдәре дәртле, йәш ҡыҙҙай.

Етегән йондоҙ кеүек, яҡты балҡып,
Һәр береһе мине ҡурсалай.
Бәлә килһә, ҡайғы-хәсрәтемде
Бүлеп ала улар урталай.

Ҡурай таждарылай етәү улар –
Ете ҡыҙҙай, рухлы, тоғролар.
Һәр береһен иҫкә алған һайын
Йөрәгемдә йылы тойғолар.

Ете Зөһрә ете тарафымда
Ҡул һуҙалар миңә һәр эштә.
Был донъяла аҙаштырмай һаҡлай
Ете аҙаш – ете фәрештә.


* * *

Ваҡыт тарая тигәне
Дөрөҫмө икән әллә?
Бер нәмәгә өлгөрөп булмай,
Был ни заман, ни ғиллә?

Егерме дүрт сәғәттәре
Ун һигеҙгә ҡалғанмы?
Был быуат әллә кешегә
Шундай һынау һалғанмы?

Әҙ йоҡлап, күп эшләһәң дә,
Өлгөрөү мөмкин түгел.
Йәшәй-йәшәй талапты ла,
Ахыры, арттыра күңел.

Таң ата ла кис була, тип
Ғүмерҙәр үтә генә.
Ваҡыт еткерә алмауҙар
Үтә бит үҙәгемә.

Ҡырҡҡа бүленерҙәй булып,
Йәшәй кеше донъяла.
...Бер кем эшен бөтөрә алмай,
Барыбер үкенес ҡала.

Тол ҡатынды рәнйетмәгеҙ

Тол ҡатынды рәнйетмәгеҙ,
Күңеле китек былай ҙа.
Уның нисек йәшәгәне
Билдәле тик Хоҙайға.
Тол ҡатынға уйламаҫтан
Әйтмәгеҙ ауыр һүҙҙәр.
Тәбиғәттә яҙ булһа ла,
Тормошо – тотош көҙҙәр.

Тол ҡатынды кәмһетмәгеҙ,
Кәм иткән уны яҙмыш.
Иңен баҫҡан яңғыҙлыҡтан
Эстәре тулы һағыш.

Тол ҡатынға ҡырын ҡарап,
Йәнен телгеләмәгеҙ.
Был донъяның фанилығын
Һеҙ ҙә бит беләһегеҙ.

Тол ҡатын мохтаж яҙмыштың
Мәрхәмәт, ярҙамына.
Кәмһетмәгеҙ, рәнйетмәгеҙ,
Ул түҙер ҡалғанына.

Йылмайыу көйәнтәһе

Йәнем уртаға ярылып
Йөрөгән мәлдәремдә
Бер актриса кәңәш бирҙе
Йәшәйеш хәлдәремә.

«Бигерәк бөтөп киткәнһең,
Улай йәшәү ярамай.
Иртән тор, йылмай көҙгөгә
Бер нимәгә ҡарамай.

Йылмайыу көйәнтәләрен
Элеп ал да йөҙөңә
Йөрө шулай, белмәһендәр
Ут янғанын йәнеңдә».

Йәндәрем ялҡында саҡта
Нисек һуң йылмайырға?
Күҙ йәшен күрһәтмәҫ өсөн
Нисек һуң тыйылырға?
Ҡайҙарҙан табырға һуң ул
Йылмайыу көйәнтәһен?
Күпме тора, ни хаҡ икән,
Әйтмәҫһеңме бәйәһен?

Йылмайыу көйәнтәләрен
Ҡайҙан алырға тиһең?
Эсең тулы хәсрәттәрҙе
Ҡайҙа һалырға тиһең?

Йылмайыу көйәнтәләрен
Ҡайҙа һаталар икән?
Ҡуш биҙрәләге шатлыҡтар
Ҡайҙа яталар икән?

Мин актриса түгелмен шул.
Бәхет гримын һалырға.
Бәләм һәм бәхетемдер ҙә
Үҙем булып ҡалыуҙа.

Был донъяла мин нисек бар
Шулай йәшәйем инде.
Тик үҙемсә ҡабул ҡылам
Тормошта һәр көнөмдө.

Янғанда ла, яҙғанда ла
Була алмам бүтәнсә.
Йылмайыу көйәнтәләрен
Алып булмай үтескә.

...Үҙе булып йәшәне, тип
Әйтһәләр һуңғы һүҙҙә,
Йылмайыу көйәнтәләре
Ятыр минең йөҙөмдә...

Йыйырсыҡтар ҡартлыҡ билдәһеме?

Йөҙҙәреңде йыйырсыҡтар баҫҡан,
Ҡартайғанһың икән, тимәгеҙ.
Йыйырсыҡтар – минең йылдар
буйы
Йыйған байлыҡ, тиһәм, көлмәгеҙ.

Улар – минең шатлыҡ-
ҡыуаныстар
Шулай уйылып ҡалған йөҙөмә.
Тәҡдиремә төшкән бар булмышым
Эҙен һалды ғүмер көҙөмә.
Юлаҡ-юлаҡ сал сәстәргә һыйған
Хәтирәләр, яҡты үткәндәр.
Йылдар миңә бер иҫтәлек итеп
Көмөш нурын һибеп киткәндәр.

«Гел шатлыҡтан тормағандыр
тормош,
Ҡайҙа әрнеү, ғазап, һағыштар?
Был донъяла тәрән һырҙар һалыр
Үкенестәр тулы яҙмыштар?»

Мин уларҙы йөҙөмә сығарманым,
Йөрәгемә күмдем, йәшерҙем.
Ҡайғы-хәсрәт күңелемдә ятты,
Иҫтәлектәр менән йәшәрҙем.

Йөҙҙәрҙәге йыйырсыҡтар ғына
Ҡартлыҡ билдәһеме? Юҡ, түгел!
Ул һүҙҙәрҙе әйтмәҫ йөҙйәшәр ҙә,
Әйтер бары үҙе ҡарт күңел.


* * *

Бөгөн берәү мине таланы.
Юҡ, бер тинемде лә алманы.
Нахаҡ һүҙҙәр, ялған, ғәйбәт менән,
Күңелемде тапап, таланы.

Ғәйеп ташлау өсөн бүтәндәргә
Үҙеңә бит суфый булыу кәрәк.
Гонаһты ла хатта кисерә белә
Тик гонаһтан азат оло йөрәк.

Яҡташтарыма

Тапҡыр һүҙле, үткер телле,
Халҡының бай шәжәрәһе.
Бикбай, Солтангәрәй һымаҡ
Көйөргәҙе сәсәндәре.

Һабантуйҙа билен бирмәҫ,
Көслө, ҡыйыу ир-аттары.
Ғәфиәт, Хәсән, Сәлмәндәй2
Көйөргәҙе батырҙары.

Сәхнәләрҙе яңғырата,
Йыр, бейеү – ҡуш ҡанаттары.
Ғәзиз Әлмөхәмәтовтай
Көйөргәҙе таланттары.

Баҫыуҙарҙа иген үҫә,
Гөрләп тора яландары.
Шәүәли Вахитов кеүек
Көйөргәҙе уңғандары.

Төйәгенә тоғро халыҡ,
Ерҙә уның бар хәстәре.
Тарихта үҙ эҙен яҙа
Көйөргәҙе шәхестәре.


* * *

Епшек ҡарҙан бала-саға
Әүәләне Ҡар бабай.
Килештергәндәр бит әле,
Бигерәк матур ҡайһылай.

Ҡараңғы төшкәнгә ҡәҙәр
Эй тырышты балалар.
Улар өйгә ҡайтып киткәс,
Моңайҙы Ҡар бабайҙар.
...Иртән сыҡҡас, бөтә бала
Күрҙе мәхшәр майҙанда.
Кисәге Ҡар бабайҙарҙан
Бер нәмә ҡалмаған да.

Кемдең ҡулы күтәрелгән
Шуларҙы ҡыйратырға?
Балаларға вәхшилекте
Нисек һуң аңлатырға?

...Өлкәндәр донъяһында ла
Кемдер төҙөй, кем вата.
Белерлек түгел ҡайһы саҡ
Ҡайҙа хаҡлыҡ йә хата.

...Илдә эшһеҙлек булмаҫ ул:
Төҙөй ҙә емерәләр.
Эшһеҙ йөрөйҙөр ни бары
Емерә белмәгәндәр.

Фото: ВКонтакте

Автор:
Читайте нас