-3 °С
Болотло
Шиғырҙар
1 Август 2023, 04:00

Август айы

Август айы – алмаларҙың, Балланған сағы бит ул. Әкрен генә йәйҙән – көҙгә, Ауышҡан яғы бит ул.

Добавить в предпочтительные источники Google
Август айыАвгуст айы
Август айы

Һауа һалҡынлығы иртән,

Ҡағылып ала биткә.

Ебәргеһе килмәй ҙә бит,

Йылы йәйҙәрҙе бик тә...

 

Юҡ шул булмай, тәбиғәттә

Бар ҙа тәртип ул яҡтан.

Йыл миҙгеле бер-бер артлы,

Килә тора сиратлап.

 

Рәхмәт әйтеп оҙатабыҙ,

Еләкле, йылы йәйҙе.

Хоҙай ҡушһа, еләк менән

Эсербеҙ әле сәйҙе.

 

Август – муллыҡ, байлыҡ айы.

Өҫтәл тулы, табын да.

Ҡаршыларға яҙһын алда.

Бик күп йәйҙе тағы ла!

Рушания ӘХМӘҘУЛЛИНА (ЧАНЫШЕВА).

Фото: rasfokus.ru

Автор:
Читайте нас