+17 °С
Облачно
Шиғырҙар
8 Августа 2023, 11:00

Башҡорт батырҙары рухына

Буранбай ИСҠУЖИНБашҡортомдоң өс батырын иҫкәАлған һайын шул да иҫемдә:Береһе лә ятмай егеттәрҙеңТыуып үҫкән генә илендә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡорт батырҙары рухынаБашҡорт батырҙары рухына
Башҡорт батырҙары рухына

Салауатты ҡуя алманылар
Тәкәй ауылының янында, —
Ғәзиз һөйәктәре урын тапҡас
Балтиканың һалҡын ярында.
Муса Мортазинға насип булған
Мәскәү шәһәренең тупрағы, —
Көсөк ауылына ҡайтыу өсөн
Илтмәне шул һуңғы һуҡмағы.
Күсемовты Күсем ауылдары
Күммәҫ инеме ни ҡәҙерләп?
Тәҡдир шулдыр, — Өфө зыяраты
Ҡуйғас инде урын әҙерләп.
Өс замандың ғәййәр өс егете...
Ҡәбер таштары — өс тарафта...
Әйтерһең дә, шул уҡ тәҡдир ҡулы
Тарафтарҙы сыҡҡан маяҡлап.
Яу килгәндә боҫоп ҡалғандар ҙа
Бөгөн "Беҙ! " тип күкрәк ҡаҡҡанда,
Ҡомһоҙ ҡараштарын күккә төбәп,
"Башҡорт кем?" тип һорау атҡанда
Өс батыр ҙа,
өс тарафты ҡаплап,
Ятҡан ерҙәренән ҡалҡҡандай:
"Оноттоғоҙ ҙамы — дошман
ябырылғанда
Кемдәр булды һеҙгә ҡалҡандай?"
Таңдар ата тағы. Ал ҡандай...

БУРАНБАЙ шағир төркөмөнән.

Автор:
Читайте нас