

Мәғлүмәтте еткерәбеҙ
Иртәнән кискә ҡәҙәр.
Мәғлүмәтле булырмы һуң
Уны уҡыған әҙәм?!
Ашығабыҙ эшкә тиеп
Көтә бит тауҙай отчет!
Шул минуттан ғүмереңә
Башлана, гүйә, отсчет...
Ваҡыт тығыҙ. Матур эштәр
Тормошҡа ашмаҫ хыял.
Һандың тормош һанһыҙлауын
Әйтегеҙсе, кем тыяр?