

Балалар ҙа уҡыу башлана тип
Һинең килеүеңә һөйөнәлер.
Матур көндәр беҙгә бүләк итсе,
Көҙҙөң тәүге айы, сентябрь!
Ҡырҙар таҙарынып, бушап ҡалһын,
Иркен һулыш алһын ер ҙә бер.
Йыраҡтан уҡ йый тип ҡыҙыҡтыра
Миләш-баландарың, сентябрь!
Ағастар ҙа һары келәм итеп
Һары япраҡтарын һибәлер.
Беҙҙең күңелдәрҙә шатлыҡлы ла,
Һин шул һағышлы ла, сентябрь!
Алһыу алмаларға күҙ төшөрөп
Һоҡланыуҙар түгел тиккәлер.
Йөрәктәрҙе ҡат-ҡат әсир иткән
Йәм, хозурлыҡ һиндә, сентябрь!
Тик яҡшыға ғына өмөтләнеп
Күңелкәйҙәр һине көтәлер.
Ысынлап яратҡан ай,тылсымлы ай
Булып ҡал һин һәр саҡ, сентябрь!
Ф. Дәүләтбаев.
Фото: akspic.ru