+3 °С
Облачно
Шиғырҙар
9 Октября 2023, 04:00

Хушығыҙ...

Сылбыр-сылбыр булып, сыңрай-сыңрай,Ҡоштар китә тыуған яғынан.Тыуған яҡтан китеү еңел түгел,Еңел түгел ҡайтыу яңынан...

Добавить в предпочтительные источники Google
Хушығыҙ...Хушығыҙ...
Хушығыҙ...

Күл-йылғалар етемһерәп ҡалды,
Етемһерәп ҡалды урмандар.
Яҙға ҡәҙәр алда ап-аҡ ҡыш бар,
Ҡышҡы селлә, ажғыр бурандар...

Хәйерле юл һеҙгә, ҡошҡайҙарым,
Күрешеүҙәр яҙһын тағы ла.
Сылбыр-сылбыр булып, сыңрай-сыңрай,
Йылы яҡҡа ҡоштар ағыла...

М. МӘҒӘСҮМОВ.

Фото: mycdn.me

Автор:
Читайте нас