+4 °С
Облачно
Шиғырҙар
29 Октября 2023, 11:20

ӨМӨТ

Барлыҡ ғүмер, ахыры, — көтөп йәшәү:Көн дә, көн дә ниҙер көтәһең.Өмөттәрең күп саҡ бушҡа сыға,Көтөктәр ҙә булып бөтәһең.

Добавить в предпочтительные источники Google
ӨМӨТӨМӨТ
ӨМӨТ

Бала саҡта ҙурайыуҙы көттөм,
Ниндәй алһыу ине хыялдар.
Эшләр эштәр менән аймылыштым,
Шул хыялды ғына тыялмай.
Көттөм, көттөм...
Өҙөлөп Уны көттөм
Илаһи ҙа яҙғы таңдарҙа.
Һуҡмаҡтарҙы яҙмыш яҙлыҡтырып,
Һемәйергә икән яҙған да.
Дон Кихоттың ел тирмәне менән
Алышҡаны төҫлө тормошом:
Ғәҙеллекте яҡлап етемлектән,
Ялған менән күпме һуғыштым.
Бер семтем дә үҙгәрмәне донъя.
Күп тә ҡалмай ғүмер һүтәһе.
Ә барыбер йәндә өмөт йәшәй,
Ә барыбер ниҙер көтәһең...

#РәмилЙәнбәк

Автор:
Читайте нас