+11 °С
Ясно
Шиғырҙар
6 Ноября 2023, 06:35

Кемгә байрам - кемгә туй?

Бөгөн туй, бөгөн тантана,Илдә байрам – Берҙәмлек.Барса халыҡ татыу, тигеҙ,Юҡ ҡоҙалыҡ, түрәлек.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кемгә байрам - кемгә туй?Кемгә байрам - кемгә туй?
Кемгә байрам - кемгә туй?

Бер табынға көтөүселәр,
Бизнесмендар йыйылған.
Өҫтәлгә әсегән ҡатыҡ,
Ҡорот, ҡымыҙ ҡуйылған.

Хәҙер, имеш, шахтерҙар ҙа,
Вахтерҙар ҙа типә-тиң.
Олигархтар ҙа бында,
Уларҙың да күңел киң.

Байҙарҙың «Лексус»тарында
Йөрөп ята ташсылар.
Ғәжәп, күҙгә салынмайҙар
Яндарында һаҡсылар.

Хөрриәт, АЗС-тарҙа
Яғыулыҡҡа хаҡ төшкән.
Вәғит иптәш Алекперов
Дөйөм ятаҡҡа күскән.

Уның күрше бүлмәһендә
Йәшәй, ти, иптәш Сечин.
Абрамович ҡыҙҙар күҙләй,
Фуфайка кейеп, кисен.

Миллер биргән «Газпром»ды
Бушҡа кире дәүләткә.
Самолетын бүләк иткән
Уҡытыусы Йәүҙәткә.

Әбей-һәбей, бабайҙарға
Яхта, замок таратҡан.
Ябай хеҙмәт кешеһен ул
Хөрмәт иткән, яратҡан.

Чубайс та ҡайтып төшкән,
Доллар тейәп Рәсәйгә.
Өйләнәм, тип йөрөй, имеш,
Ул һауынсы Рәйсәгә.

Күҙ, теш өсөн ҡарт-ҡороға
Ваучерҙарын бүлгән.
Яман сирле сабыйҙарға
Йәлләмәй аҡса биргән.

Миңә лә тәтене өлөш,
Эләкте алтын һарай.
Ағай-эне, таныш-тонош
Хәҙер көнләшеп ҡарай.

Бына шулай ғүмер буйы
Тигеҙ йәшәрбеҙ, тиһәм,
Татлы төш булған икән дә,
Иртән уянып китһәм.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВтың сәхифәһенән.

 Фотоколлаж асыҡ интернет селтәренән алынды.

Автор:
Читайте нас