

Бәхәс тамам, тынып ҡалды,
Атайҙың моңло йорто.
Балҡып торған был өйҙән
Китте ҡот, һүнде уты.
Бер туғандар дошман булып,
Хушлашмай таралышты.
Бары суд хәл итер тиеп,
Мәғәнәһеҙ алышты.
Һирәк – мирәк балалары,
Йортҡа ҡайтҡылап китә.
Тик эсенә инәлмәйҙәр,
Йоҙаҡ бит эттәй өрә.
Күпме дауам итер ине,
Йорт бүлешеү ғауғаһы.
Туғандарын бер көн йыйҙы,
Буласаҡ йорт хужаһы.
“Атай йорто борондан ти -
Төпсөк малайға ҡалған.
Атай йорто бәлеш түгел,
Бүлешмәйек, беҙ, туған”.
Был һүҙҙәрҙән туғандарҙың,
Туң йөҙҙәре үҙгәрҙе.
Мыш-мыш килеп илауҙары,
Телгеләне бәғерҙе.
“Рәхим итегеҙ !” - тиеп мин,
Астым тутыҡ йоҙаҡты.
Балҡып китте атай йорто,
Ҡайтты өйөбөҙ ҡото.
Берҙәм булһа бер туғандар,
Кәрәк булмаҫ йоҙаҡтар.
Биләп алмаҫ күңелдәрҙе,
Юйылмаҫлыҡ тутыҡтар!
Раушан ХАЗМӘХМӘТОВ.
Фото: elefant.by