+30 °С
Болотло
Шиғырҙар
28 Ноябрь 2023, 11:00

Илгиз ИШБУЛАТОВтан мәҫәлдәр

Төлкөләр Ҡыҙыҡ икән кеше һәр саҡта лаХуплар нәмә таба алыуҙан:Данлап, бүре тешен, төлкө байыр,Маҡтай-маҡтай «шылыр» айыуҙан.

Илгиз ИШБУЛАТОВтан мәҫәлдәрИлгиз ИШБУЛАТОВтан мәҫәлдәр
Илгиз ИШБУЛАТОВтан мәҫәлдәр

Бахыр икән төлкө, байлыҡ эҙләп,
Юғалтыуҙан ғәзиз исемен…
Телеңде тый улар булған ерҙә –
Иртән шаҡыр бүрең ишеген!

Шаян дуҫтарға

Кешенән көлмәгеҙ, дуҫтар,
Яңырмаһын көлкөләр.
Һәр кем был донъяла йәшәй
Үҙ йырын, моңон көйләп.

Кемдер бер әйтер хәбәрҙе
Бәғзе әйтә ҡат-ҡатлап.
Берәү юлды йүгереп үтә,
Икенсе үтә атлап.

Көлмәгеҙ кешенән, дуҫтар,
Һеҙҙән көлөр кеше юҡ.
Бәлки мин көлөр ҙә инем,
Иң алда бер тешем юҡ.

Тутыйғоштар


Шаһит булдым иллә ҡыҙыҡ бер кәмиткә:
Ҙур ситлектә бәхәс итте бер кәнфиткә,
Өс тутыйғош. Өсөһө лә харап эре:
Сирттерәләр русса, “Буш”са – үәт, йәрминкә!

Ҡолаҡ һалып, был бәхәскә, шуны белдем:
Кем күберәк һүҙҙәр белә, бүләк елле -
Тылсым-кәнфит йотаһың да, була(һы)ң кеше.
Тик мәңгегә онотаһың “тутый” телде...

...Аҡты һыуҙар, онотолдотутыйғоштар–
Күренмәне бәхәсләшкән таныш ҡоштар.
Милләттәштәр хәбәр һатһа сит телдәрҙә –
Иҫкә төшә телһеҙ ҡалған меҫкен ҡоштар...

Три попугая
(перевод автора)

Я стал свидетелем невольным
Смешной истории одной:
Три попугая говорили
По-русски и в моей родной
Башкирской лексике прекрасной.

Немного погодя, узнал, что
Состязание идёт.
Три полиглота в красноречии
Горячий диспут тут ведут.
За что стараются? Не ясно.

Спросил. Ответ был: умный сможет
В мир человеческий попасть.
- Будь человеком! Но забудешь
Родной язык… Вот, в чём напасть!?

С тех пор уж столько лет прошло,
Не встретил больше я тех птиц.
Увидев «русского» башкорта,
Всегда я вспоминаю их.

Торна менән Һайыҫҡан

Урмандағы ҙур аҡланға
Бик күп ҡоштар йыйылған.
Ҡалҡыуыраҡ бер урынға
Бейек түмәр ҡуйылған.

Шул түмәрҙең уртаһында
Тора һаҡ ҡош – Һайыҫҡан.
Эргәһендә тән һаҡсыһы –
Тумыртҡа менеп баҫҡан.

“Был аҡланда ни бара һуң?” –
Тиеп кемдер һораны.
- Бөгөн бында оло хөкөм -

Язалайҙар Торнаны

Бахыр Торна, башын эйеп,
Ултыра тар ситлектә.
Ә Һайыҫҡан яла яға,
Үҙе хас та битлектә.

Онотҡан ул илһеҙ саҡта
Торнаға һыйынғанын,
Беҙ – туғандар, тигән булып
Көн һайын һыйланғанын.

Ғәйепләй ул гүзәл ҡошто
Ҡанаты ҙур булыуҙа.
Һауала бик бейек осоп
Ҡояшты ышыҡлауҙа.

Зәһәр яза уйлаған ул:
Саҡырған ярғанатты.
(Ярғанат сихырсы булған.
Таралған яманаты).

Торнаның бар моңон, рухын
Тартып алырға булған.
Үҙе шунан бар ҡоштарға
Баш булырға уйлаған.

Һайыҫҡан һөйләп арығас,
Етте хөкөмдар һүҙе.
Тик уны тиҙ үк бүлдерҙе
Шул саҡ Һайыҫҡан үҙе:

“Ағай-эне, был Торнаның
Яуызлыҡтары бик күп.
Уны хөкөмһөҙ ҡалдырһаҡ,
Туңып үлербеҙ берүк.

Торнаның оҙон ҡанатын
Ҡыҫҡартып киҫер кәрәк.
Дөйәғош менән йәшәһен –
Сүллеккә илтер кәрәк.”

Шул саҡ ҡоштар араһында
Сыр-сыу, болғаныш китте.
Йыйынды ҡараусы ҡоштар
Торнаҡайҙы үҙ итте.

Ҡоштар батшаһы Бөркөткә
Оҡшаманы был хөкөм.
Һәм ситлектәге Торнаны
Ул бик йәлләне бөгөн.

Бер суҡыуҙа үлтерҙе ул
Һайыҫҡанды – болғаҡты.
Ситлек өҫтөнә ҡунды ла
Ватты тибеп йоҙаҡты.

Иреккә сыҡты ла Торна
Эй, талпынды, ҡыуанды –
Бер һауаға күтәрелде,
Берсә күлдә йыуынды.

Шунан әйтте ул ҡоштарға:
“Дуҫтар, татыу булайыҡ,
Араларҙы боҙор элек
Килер көндө уйлайыҡ:

Ни булырын күҙ алдына
Килтерегеҙ – шул ғына.
Киләсәк – Дуҫлыҡ ҡулында!
Әйтер һүҙҙәр шул бына”…

Илгиз ИШБУЛАТОВ.

Һүрәт: Диана Латыпова.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас