Мин тормоштоң туҙмаҫ сыбыртҡыһын
Ғүмер буйы татып йәшәнем.
Ҡайышланып ҡатып бөткәндә лә,
Серҙәремде ситкә сәсмәнем.
Шуғалыр ҙа тормош биргән аҡыл
Биш ғүмергә миңә етерлек,
Госдуманың иң түренә ҡунып,
Йәшнәп-күкрәп донъя көтөрлөк...
Ләкин мине унда индермәйҙәр,
Ҡурҡалар шул, эйе, ҡурҡалар.
Мине бары үҙем кеүек ҡыйыу,
Фәҡир йәндәр генә ҡурсалар.
Зөфәр Вәлит.
АЛЙОТ
Таңдарҙан да әллә ниҙәр көтмәм,
Шәфәҡтә лә бер ни күренмәй.
Буй етмәҫлектәргә ғашиҡ булып,
Алданһам да күңел һүрелмәй.
Ниндәй дәртле йөрәк булды һуң был?
Һүндем тигәндә лә һөйҙөртә.
Мөхәббәттең уттарына һалып,
Үлеп барған йәнде көйҙөртә.
Көлгә өрөп ҡуҙҙар тоҡанамы?
Ҡыҙҙар һымаҡ үҙем ҡыҙарам.
Әйтерһең дә, сабып килгән атты
Алдарына сығып туғарам.
Ә тәнемдең һәр бер күҙәнәге
Һинең өсөн генә тын ала.
Өркөтәһем килмәй мөхәббәтте –
Шуға ғына йәнем ҡыйнала.
Уйҙырмалар уйлап тапма, тимә,
Мин ышанам һөйөү барына.
Упҡындарға батҡан хистәремде
Сығарайым ҡабат ярына…
Үҙгәртеп тә булмаҫ донъяларҙы
Һинең булмыш менән байыттым.
Минең булмышта ла сағыла бит
«Үҙ туҡһаны – туҡһан» алйоттоң.
Римма Ғәлимова.
***
Меҫкенлектә үтә был ғүмерҙәр,
Хәйерсе лә түгел үҙебеҙ.
Алтын сеүәтәһен ялап ялай-
Шул түрәлә ике күҙебеҙ.
Бахырлыҡҡа ҡалды батырлыҡтар -
(Үҙ хәлеңде үҙең беләһең).
Ауыҙ асып һүҙең әйтәм тиһәң,
Тоҫҡалғандай мылтыҡ көбәге.
Кешеләрҙән өҫтөн көшөлөктәр,
Ҡәҙеребеҙ шулай бөттөмө?
Тыумай ҡалған бала ишеләйме-
Әйтелмәй шул һүҙҙең үтеме.
Заман заңы тигән булабыҙ ҙа...
(Үҙебеҙҙе үҙем йәлләйем).
Шәшке генә тундар араһында
Тишек көпөм ҡайҙа эләйем?
Ас та түгел, түгел яланғаслыҡ
Ҡоллоҡта ла түгел үҙебеҙ.
...Азатлыҡты даулап намыҫ тырнай
Тыумай ҡалған тере һүҙебеҙ...
Айгөл Айытҡолова.