-4 °С
Ясно
Шиғырҙар
30 Ноября 2023, 04:00

Ҡарҙар яуа

Ап-аҡ ҡарҙар өйөрөлөп яуа,Көҙҙөң ябып һуңғы эҙҙәрен.Серле биҙәктәрен күреп ҡарҙыңҠамаштылар хатта күҙҙәрем.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡарҙар яуаҠарҙар яуа
Ҡарҙар яуа
Бәхет юрап килһен өр - яңы ҡыш,
Һәр бер йортҡа илтһен шатлығын.
Көндө көнгә, айҙы йылға ялғап
Һүтелһендәр ғүмер йомғағы.
Һәр миҙгелгә өмөт менән инеп
Сәғәт, минуттарҙы һанайбыҙ.
Үҙебеҙгә насип иткән юлдан,
Һуҡмаҡтарҙан яйлап атлайбыҙ.
Миҙгелдәрҙә ҡаршылаһын беҙҙе
Ләйсән йыры, еләк тәмдәре.
Япраҡ шауы ҡоштар йыры менән
Дауалаһын беҙҙең йәндәрҙе.
 
Г. Бикбулатова.
Автор:
Читайте нас