+28 °С
Облачно
Шиғырҙар
7 Декабря 2023, 04:00

Йөрәк

Мин йөрәкһеҙ, оҙатҡанда һине,Айырғанда яҙмыш елдәре.Күҙ йәштәрем тынһыҙ тамған мәлдә,Түш кеҫәңә һалдым йөрәкте...

ЙөрәкЙөрәк
Йөрәк

Барған саҡта дошмандарға ҡаршы,
Булған саҡта ауыр, түҙгеһеҙ...
Минең йөрәк һиндә дөп-дөп тибеп,
Ҡара юлдарыңда көс бирер...

Мин кәйефһеҙ, сыҡҡан саҡта юлға
Асып һинең ауыр йөгөңдө,
Барлыҡ ҡыуанысты һалдым унда,
Йылмайтһын тип һинең йөҙөңдө...

Һинең йөрәк түҙгән ауырлыҡты,
Минең йөрәк йәнәш кисерер...
Һәр аҙымың өсөн көсөн биреп,
Һине минә йәнә килтерер...
Һине миңә,
Йәнә килтерер...

Гөлнур Ишкилдина.

Автор:
Читайте нас