

Аждаһанан зар-хәсрәт
Дерелдәп өркөп торһон.
Яманлыҡты ут менән
Ыҫылдап өтөп торһон.
Тыуыр йылдың хужаһы
Бер генә башлы булһын.
Ут бөркһә, һәр бер йортҡа
Бәхет ялҡыны ҡунһын.
Ғәййәр ҡанаты менән
Ғәрәсәтте ҡаплаһын.
Сабырлыҡ менән көткән
Өмөттәрҙе аҡлаһын.
Эй, Аждаһа, Аждаһа,
Башында таж да баһа.
Яңы йылда бәрәкәт
Өмөт иткән мал даһа.
Аждаһаның үҙенә
Йомортҡалай Ер шары.
Өс йөҙ алтмыш биш көнө
Уҙмаһын ҡул ҡаушарып.
Фото: ferma-biz.ru