-4 °С
Ясно
Шиғырҙар
21 Декабря 2023, 04:00

ЯҢЫ ЙЫЛ ТӘҘРӘ СИРТӘ

Ҡар шығырлай, ел шыбырлайҠыштыр ҡыштың тауышын.Ҡарҙар көлә күҙҙе сағып, -Был матурлыҡ табышы.

Добавить в предпочтительные источники Google
ЯҢЫ ЙЫЛ ТӘҘРӘ СИРТӘЯҢЫ ЙЫЛ ТӘҘРӘ СИРТӘ
ЯҢЫ ЙЫЛ ТӘҘРӘ СИРТӘ

Ап-аҡ ҡарҙар Ерҙе паклай,
Нурлай йәнде саф аҡлыҡ.
Яңы йылға ишек ҡағам,
Киләсәккә юл асыҡ.
Ер әйләнә, Йыһан үҙе
Ваҡыттың карабында.
Кешеләр булып ҡалайыҡ
Кешеләр араһында.
Йәшел шыршы балҡый йортта,
Уттарында нур көлтә.
Мең яҙмышлы мең йорттарға
Яңы йыл тәҙрә сиртә.

Фәнил БҮЛӘКОВ.

Фото: store.artgalla.ru

Автор:
Читайте нас