

Раббым Яңы Йыл ебәреп
Һәр кемгә бирә бүләк,.
Яңы йылға барсабыҙға
Изге теләктәр кәрәк..
Намаҙымды уҡып бөтөп
Бағышланым ҡөръәнде,
Рухтарына сәләм булһын…
Иҫләнем һәр үлгәнде…
Унан инде зекер әйтеп
Аллаһыны ҙурланым..
Шунан инде мин үҙемә
Теләк теләй башланым.
Эй, Раббыҡай! Рәхмәт әйтеп
Оҙатттым үткән йылды,
Яҡшылыҡтар ғына булһын
Башланған Яңы Йылда...
Килеп еткән Яңы Йылға
Таҡсы бәхет арбаһын,
Барыһын да һалсы, Раббым,
Онотмасы, һаулығын.
Тормош юлдашҡайым менән
Бергә парлы булыуҙы,
Ҡулға-ҡулды тотоношоп
Ғүмер юлын уҙыуҙы...
Өҫтәлем тәмле ризыҡтар,
Ниғмәттәр менән тулһын..
Миңә килгән ҡунаҡтарым
Тик изге уйлы булһын...
Ғаиләмдең именлеген,
Балаларым һаулығын,
Ейән-ейәнсәрҙәремдең
Тик яҡшыға уҡыуын ..
Үтер юлым оҙон булһын,
Балҡып торһон көҙҙәре,
Ҡояштың алтын нурында
Иман сәсһен һүҙҙәре.
Мин йәшәгән ауылымда
Тоҡанды һүнмәҫ усаҡ,
Ошо усаҡта йылынһын
Ҡартлыҡ, йәшлек, баласаҡ.
Бәхетле булһындар ине
Минең барлыҡ дуҫтарым,
Төрлө милләт күршеләрем,
Һәм башҡорт туғандарым.
Тыуған илен һағынғандар
Иленә ҡайтһын ине,
Сәсәндәрҙең ижадтары
Баҫылып сыҡһын ине..
Йән һөйгәндәр ҡауышһындар
Үҙе һөйгән йән менән,
Һәр кем дә йәшәһен ине
Күңел һөйгән йәр менән.
Кеше хеҙмәте данланһын
Үҙе иҫән сағында,
Ере тиеп, теле тиеп
Торғанда ил һағында.
Башҡортостан - тыуған илем,
Сәскә ат! Мәңге йәшә!
Башҡорт теле, Дуҫлыҡ гөлө
Үҫһен гелән йәнәшә..
Башҡортостан - ожмах илен
Тартһын йөксө аттары,
Затлы йөктө ауҙармаҫҡа
Бирсе көстәрҙе тағы..
Рәсәй иле уртаһында
Балҡыһын Башҡортостан,
Башҡорт илендә йәшәгән
Бар халыҡ булһын дуҫтан..
Ил башлыҡтары халыҡтың
Зарына ҡолаҡ һалһын,
Ябай халыҡты ишетеп
Ышаныс яулап алһын..
Даны Рәсәйемдән сығып
Бар донъяны ураһын,
Бар халыҡты таң ҡалдырып
Ҡурайым яңғыраһын!
Яңы Йылым алып килһен
Тыныслыҡ һәм именлек,
Яуызлыҡтар юҡҡа сыҡһын,
Еңһен уны изгелек..
Кешеләргә кире ҡайтһын
Әҙәп, иман, тәүфиғы,
Һәр әҙәмең күңеленә
Һалсы, Раббым, үҙаңды...
Күҙ йәштәрем аша булды
Теләгән теләктәрем..
Раббым, Аллаһ һиндә генә
Ышаныс, өмөттәрем..
Бисмилләле доғаларҙан
Теләктәрҙе ураттым,
Һәр теләгем ҡабул булһын,
Ярҙамың бирсе, Раббым..
Фәүзиә Ҡотлогилдина - АЛТЫНБИКӘ.
Фото:fikiwiki.com