+30 °С
Болотло
Шиғырҙар
31 Декабрь 2023, 05:00

ЯҢЫ ЙЫЛ КИЛӘ

Йыһандан атлай Яңы йыл,Етеп килә ул Ергә,Ҡаршылай уны Ҡыш БабайҠарһылыу менән бергә.

ЯҢЫ ЙЫЛ КИЛӘЯҢЫ ЙЫЛ КИЛӘ
ЯҢЫ ЙЫЛ КИЛӘ

Өсәүләп ашыға улар
Һуңға ҡалмайыҡ тиеп,
Яңы йылда бар кешене
Ҡотлап алайыҡ тиеп.

Бүләкте күп тейәгәндәр
Һәр кемгә лә етерлек!
Кем ни теләй барыһы бар!
Күрһәң, иҫең китерлек!

Кемдәргәлер һаулығы бар,
Берәүҙәргә байлығы!
Тоҡтарында бәхет тә күп,
Яңғыҙҙарға парҙары!

Балаларға күстәнәскә
Тәмлекәстәр һалғандар,
Өйләнешкән парлыларға
Бәпестәр ҙә алғандар!

Бүләк итеп бирмәкселәр
Һәр кем үҙе көткәнен,
Тормошҡа ашһын ине тип
Күңел өмөт иткәнен!

Ҡаршылайыҡ Яңы йылды
Шатланайыҡ һәр көнгә!
Көн артынан йылдарҙы бит
Раббым ебәрә беҙгә!

Фәүзиә Ҡотлогилдина -АЛТЫНБИКӘ.

Фото: ВКонтакте

Автор:
Читайте нас