+28 °С
Болотло
Шиғырҙар
4 Ғинуар 2024, 10:30

Ҡаҙау менән шөрөп

Закир ӘҠБӘРОВ (Мәҫәл) Шыма Ҡаҙау, һырлы ШөрөпБер тартмала яталар.Үҙҙәрен бик аҡыллығаҺанап, хәбәр һаталар.

Ҡаҙау менән шөрөпҠаҙау менән шөрөп
Ҡаҙау менән шөрөп

Ҡаҙау һөйләй: «Күпте күрҙем,
Әле һаман күрәм, – ти, –
Түрәләрҙең иң хәтәре –
Ул бит минең түрәм, – ти. –

Уның исеме булыр Сүкеш,
Бик тә тупаҫ аға ул.
Теләһәк-теләмәһәк тә,
Тотоп беҙҙе ҡаға ул.

Ҡаҡҡанда ла йәлләп тормай,
Йә бөгә, йә һындыра.
Шулай итеп бөтәбеҙҙе
Бер ҡанунға күндерә».

Шөрөп әйтә: «Беҙҙең Хужа
Сират еткәнен тоя.
Аңғарып та ҡалалмайбыҙ,
Тотоп бора ла ҡуя.

Борғос булыр уның исеме,
Урыҫсаһы – Отвертка.
Файҙаһы булмаҫ барыбер тип,
Сәбәләнмәйбеҙ юҡҡа».

…Һайлау етте. Былар икәү
Бер ҡарарға килделәр.
Барыбер альтернатива юҡ тип,
Сүкеш менән Борғосҡа
Берҙәм тауыш бирҙеләр.

Автор:
Читайте нас