Шул ҡәһәрле помаданан
Зыян килде егеткә.
Ҡыҙыл помада әйләнде
Өйҙә ҡара дегеткә.
Һөйәркәңдең хәйләләрен
Белмәй ҡалдың шул, ахмаҡ.
Ҡатының менән талаштырып,
Үҙенә инде алмаҡ.
Нимәгә лә килтермәне
Егеткәйҙең хатаһы.
Осоп йөрөй помадалы
Ап-аҡ күлмәк яғаһы.
Инде бәреп ватыр булды
Тәгәрмәсле санаһын.
Наҙланһаң да, онотма шул
Донъяларҙың самаһын.
ТИҺЕНДӘР
"
«Ғәбделмәжит яңы өй бөтөргән.
Йәшәй белә егет!» – тиһендәр.
Ялҡаулыҡты һалып елкәләргә,
Ғәйбәт сәйнәп, әйҙә, йөрөһөндәр.
«Ғәбделмәжит фермер булған икән,
Унлап һыйыры бар», – тиһендәр.
Һөйләһендәр, әйҙә, һөйләһендәр,
Көнләшешеп, шашып йөрөһөндәр.
«Ғәбделмәжит йәп-йәш кәләш алған!» –
Сибәрлеген, әйҙә күрһендәр.
Үҙҙәре йәшәй белмәгәс ни,
Көнләшешеп, әйҙә, үлһендәр.
"Ләззәтле" төтөн
Бар тарафты таң ҡалдырып,
Атлап килә өс сибәр.
Ғишыҡ-мишыҡ тәҙрәләрен
Тултырып асып ебәр.
Бәй, шул минут ҡара төтөн
Сибәрлекте ҡапланы.
Тәмәке ағыуы икән
Ал ирендәр ҡапҡаны.
Әбейҙәргә әүерелде
Ал алмалай йөҙҙәре.
Шундай хәлгә ҡалғанлыҡты
Белә микән үҙҙәре?
Ҡара төтөн, һаҫыҡ төтөн
Матурлыҡты ҡапланы.
Ғашиҡ булыу өмөттәрен
Ергә һалып тапаны.
Бына ҡыҙҙар үтеп китте,
Тәмәкене борҡотоп.
Ғашиҡ булыр егеттәрҙе
Һә тигәнсе ҡурҡытып.
Ҡурҡырһың да, өйләнһәң бит,
Төтөн һурып ятырһың.
Ниндәй егет үҙе теләп
Шул «ләззәтте» татыһын?
Ике ҡолаҡ
Ике ҡолаҡ бирелгән бит әҙәмдәргә –
Һиңә, миңә һәм дә күршем Әҙһәмдәргә.
Әҙһәм өсөн ике ҡолаҡ шымсы һымаҡ.
Уға килеп ҡапмаҫ, тимә, сатан ҡомаҡ.
Сатан ҡомаҡ тигәнем – ул ғәйбәт инде.
Күршем өсөн ул хазина, һәйбәт инде.
Бер ҡолағы һәр саҡ дуҫы тауышын тыңлар,
Әммә уның дуҫы түгел инде һыңар.
Килә торор, күсә торор килгән хәбәр.
Хәбәр башҡа төҫкә керер – шуныһы хәтәр.
Тәүге дуҫын яманлар ул эттәр итеп,
Икенсеһен маҡтай булыр гөлдәр итеп.
Ике ҡолаҡ – ике күңел көҙгөһө ул.
Ике йөҙлөлөктөң асыҡ билдәһе ул.
Кемдә ғәйеп, үҙендәме, ҡолаҡтамы?
Килеп торған ғәйбәт йөҙгән улаҡтамы?
Кешеләрҙе ыҙғыштырыр, һаташтырыр,
Ғүмер буйы ул үҙенсә маташтырыр.
Ни эшләйһең, шулай инде Әҙһәм күршем,
Ике төрлө ҡолаҡлы шул ошо кешем.
Фото: vk.com