Юҡһа, һуңғы йылдар аптыратты,
Ҡыш уртаһы ямғыр һибәләп.
Бала саҡтағылай ҡыуандырып,
Ҡарҙар яуҙы быйыл өймәләп.
Ошолайтып ҡышҡы селлә сыға,
Зәһәр һыуыҡтарын ебәреп.
Алып китһен, афәт, сир-зәхмәтте,
Ҡар-бурандар менән елгәреп!
Боронғолар изгегә юраған,
Һыуығайтып селлә сығыуын.
Ҡыш һыуығы үтер, теләйек беҙ,
Күңелдәрҙең йылы булыуын.
(Һыуығай – ғинуар айы.)
Әлфиә АБДРАФИҠОВА.
Фото: sindika24.ru