Бына һине йәй күрергә ине,
Көҙ күрергә ине, ниндәйһең һин?
Ҡышҡынайын бында ҡышлайһың да,
Йәйгенәйен ҡайҙа йәйләйһең, тим?!
Йәйен-көҙөн донъя минһеҙ ҙә бит
Ҡыҙыл тиһең, ҡыҙыу тиһең мәллә?
Ниндәй сере менән әүрәтә лә
Ҡыҙыҡтыра һине ҡышҡы селлә?
Ултыраһың ҡалай һере генә,
Зәһәр ҡыштың бер йомарлам уты.
Ҡупшы өшөмәй, ти...
Аһ, ҡупшыҡай -
Сыҙамлыҡтың, сабырлыҡтың ҡото.
Ап-аҡ донъяларҙың зәһәрлеген
Еңер өсөн көстө ҡайҙан табаң?
Ошо серең мине әсир итте,
Ғүмер тәгәрләй бит ҡышҡа табан.
Һеҙгә әллә, серәшептәр йәшәп,
Иртә киткәндәрҙең йәне күскән...
Күҙем алалмайым ҡыҙыл ғына,
Бер йомарлам ғына ошо көстән...
Аһ, ҡыҙылтүш?!
Утҡа әйләндҽмҽ
Йәнҽң тҽтрәнҽүҙән йөрәккәйҽң?!
Ваҡытлыса буран ҡуйыны ла
Ышыҡ булһын, булһын тҽрәккәйҽң...
Аһ, ҡыҙылтүш?!
Былай ҙа бит донъя -
Ҡып-ҡыҙылдан ғына, ут-йомарлам...
Күргән-бҽлгәнҽңдҽ, ҡыҙылтүшкәй,
Эсҽңә йом бҽрүк, эсҽңә йом...
Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА.
Фото: goodfon.ru