+30 °С
Болотло
Шиғырҙар
15 Ғинуар 2024, 07:00

НАМЫҪЫҢДЫ ҺАТМА

Ишетмәйҙәр икән -ҡысҡырма,Тыңламайҙар икән -саҡырма,Асмаһалар әгәр ишеген,Туҡылдатма бүтән, астырма!

НАМЫҪЫҢДЫ ҺАТМАНАМЫҪЫҢДЫ ҺАТМА
НАМЫҪЫҢДЫ ҺАТМА
Ышанмайҙар икән -аҡланма,
Намыҫың таҙа булһа - ваҡланма,
Һынған ботаҡҡа һин һис менмә,
Күрә (а)лмаһалар ҙа һис көймә!
Ҡәҙ(е)рең белмәһәләр - тағылма,
Иҫкә алыр кәрәк булғанда.
Яратмаһалар әгәр -яғылма,
Йылытмаҫ ул яҡын булһаң да.
Белмәһәләр әйҙә белмәһендәр,
Ҡәҙереңде һинең ҡай саҡта,
Ишетмәһә ишетмәһендәр ҙә,
Тарала бит бер мәл шом хатта.
Өҫтөн булып ҡал һин шау -шыуҙарҙан,
Иғтибар ҙа итмә һин юҡҡа!
Иң мөһиме -намыҫ таҙалығы,
Бысыранма юҡҡа, һин туҡта!

Рәйлә НУТФУЛЛИНА.
 
Автор:
Читайте нас