+11 °С
Ясно
Шиғырҙар
16 Января 2024, 04:00

Бахырлыҡ

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА Бахырлыҡты байраҡ итеп болғапЙәшәгәндәр күпкә өлгәшә.Ундайҙарға тормош үҙ өлөшөнСамаһыҙ ҙа йомарт өләшә.

Добавить в предпочтительные источники Google
БахырлыҡБахырлыҡ
Бахырлыҡ

Ғүмер буйы бахыр булып йәшәү
Кемдәргәлер оҡшай, килешә.
Бахыр йәндәр әммә ғорурҙарҙан,
Ихтыярлыларҙан көнләшә.

Һуңғы телем икмәк ҡалғанда ла,
Кеше өлөшөнә ҡул һуҙмам.
Бөлгөнлөктән бөгөлөп төшкәндә лә,
Меҫкен бахырлыҡҡа ҡол булмам.

Һуңғы тинем усты ҡырҡҡанда ла,
Уртымдағы ҡанды йотормон.
Тормош майҙанында мин барыбер
Бахырлыҡты еңеп отормон.

Фото: mixyfotos.ru

Автор:
Читайте нас