+30 °С
Болотло
Шиғырҙар
22 Ғинуар 2024, 04:00

ӘСӘЛӘРҘЕҢ УЛДАРЫНА ӘЙТКӘНЕ

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА Мин тыуҙырҙым һине бәхет өсөн,Күңелеңә һалдым йөрәк хисен,Тик онотма ерҙә хәсрәт барын,Йәнде өтөр ҡайғы, һағыш зарын.

ӘСӘЛӘРҘЕҢ УЛДАРЫНА ӘЙТКӘНЕӘСӘЛӘРҘЕҢ УЛДАРЫНА ӘЙТКӘНЕ
ӘСӘЛӘРҘЕҢ УЛДАРЫНА ӘЙТКӘНЕ

Мин үҫтерҙем һине һөйөү өсөн,
Мөхәббәттән йондоҙ ҡабыҙыр өсөн,
Тик онотма ерҙә хыянаттың
Йөрәктәрҙе ярыр, айырыр көсөн.

Мин тыуҙырҙым һине ғүмер өсөн,
Һиңә бирҙем йәндең барлыҡ көсөн,
Тик онотма ерҙә — һуңғы ярҙы,
Ғүмерҙәрҙән алда үлеү барҙы.

Мин тыуҙырҙым һине йәшәү өсөн,
Үҙ донъяңды үҙең йәмләү өсөн,
Тик онотма ерҙә һынау барҙа,
Ни эшләргә тигән һайлау барҙа,

Мин ышанам һиңә, улым, балам,
Изге, хәйерле юл теләп ҡалам,
Бәхет, һөйөү, ғүмер, йәшәү өсөн
Йәлләмәҫһең тиеп барлыҡ көсөң.

Фото: ulovist.ru

Автор:
Читайте нас