+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
25 Ғинуар , 09:00

Ғаиләм — ҡәлғәм!

Фирүзә АБДУЛЛИНА Был тормоштоң ялҡынынан,Буранынан, һалҡынынан,Ҡоролоғо, ташҡынынан,Бысрағынан, юшҡынынан,Һаҡлай мине бөйөк ҡәлғәм– Ғәзиздәрҙән ғәзиз ғаиләм!

Ғаиләм — ҡәлғәм!
Ғаиләм — ҡәлғәм!

Бында мине һәр кем аңлай,
Эс серемде һәр кем тыңлай,
Көрәштәрҙән арып-талған
Хәнйәр-йәнгә ғаиләм – ҡындай,
Һаҡлай мине ғәзиз ҡәлғәм –
Яҡындарҙан яҡын ғаиләм!

Кәрәк булһа ярҙам-кәңәш,
Һәр ваҡытта ғаиләм йәнәш,
Шатлыҡтарым – уртаҡ шатлыҡ,
Булмаҫ бында көнсөл, һатлыҡ,
Яҡлай мине изге ҡәлғәм –
Ышаныслы, татыу ғаиләм!

Беребеҙ өсөн беребеҙ терәк,
Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк,
Бында ярҙам, изге теләк,
Бында һөйөп тибә йөрәк,
Имен булһын ғәзиз ғаиләм –
Бәхетемде яҡлар ҡәлғәм.

Фото: polymerh.ru

Автор:
Читайте нас: