+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
29 Ғинуар , 09:00

Ғинуар иртәһе

Лариса АБДУЛЛИНА Рәсем итеп төшөрәйем микәнЙылдарымдың яҡты миҙгелен?Мамыҡтарҙан һынлап ҡарайыммы,– Әсәй, бирсе ҡағыҙ һәм елем!

Ғинуар иртәһе
Ғинуар иртәһе

Ғинуар иртәһенең сағыу мәле
Күңелдәргә сафлыҡ өләшә.
“Мороз и солнце. День чудесный!” –
Хаҡ һүҙҙәрең, Шағир, мең йәшәр.

Ҡыштың ғорурлығын һынландыра
Ҡыйыҡтарҙың һомғол төтөнө.
Мин йылындым ошо саф тынлыҡта,
Имле тынын елдәр бөркөнө.

Шығырлаған ҡарҙың үҙ көйө бар,
Ҡар моңонан иҙрәй был йәнем.
...Бурандарға табан борҙо ғинуар
Ҡышҡы юлдай ап-аҡ йүгәнен.

Фото: bondik-kids.ru

Автор:
Читайте нас: